Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Февраль 2019, 16:49

Биш көнлөк уҡытыуҙы күптәр хуплай

Башҡортостан мәктәптәре биш көнлөк уҡытыу системаһына 1 апрелдән күсә башлай.


Башҡортостан мәктәптәре биш көнлөк уҡытыу системаһына 1 апрелдән күсә башлай. Ҡайһы бер белем усаҡтарында программаны үҙгәртеп өлгөрмәйҙәр. Унда яңы уҡытыу алымына 1 сентябрҙән күсеү мөмкинлеге ҡарала. “Биш көнлөк белем биреүгә күсеүҙе хуплайым”, - ти Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллина. Фәлсәфә фәндәре докторы, тәжрибәле педагог Самат Мөхәмәтйәнов, биш көн уҡытыу ата-әсә һәм бала араһындағы бәйләнештәрҙе нығытыр, тигән фекерҙә. Биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күсеү тәҡдиме менән Радий Хәбиров сығыш яһаны. Республика етәксеһе әйтеүенсә, белем биреү программаһы ҡатмарлы. Был иһә балалар сәләмәтлегендә кире сағылыш таба.
Читайте нас: