Ваҡиға Салауат районы Шәрип ауылында була. Күп балалы ғаилә йәшәгән йортта янғын сыға яҙған. Төндә биш бала әсәһе янғынды иҫкәртеүсе датчик тауышына уянып китә. Йортто төтөн ялмап алған була. Әсә кеше биш балаһы менән тышҡа сығып ҡотола. Ваҡиға урынына янғын һүндереүселәр килә, ут тиҙ арала һүндерелә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала балаһы тыуған ғаиләләргә бушлай янғынды иҫкәртеүсе датчиктар таратыла. Ошондай ҡулайламаларҙы һәр кем үҙаллы һатып алып ҡуя ала. Уның хаҡы 300-600 һум