Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә янғындарға бәйле хәл дә ҡаралды. Уҙған аҙнала республикала 147 янғын теркәлгән, утта 7 кеше һәләк булған. Ошондай ваҡиғаларҙы профилактикалау маҡсатынан Башҡортостанда балаһы тыуған ғаиләләргә бушлай янғынды иҫкәртеүсе датчиктар таратыла. Әммә бөтә райондарҙа ла бындай сара әүҙем алып барылмай. Бөгөнгә 10 мең ғаилә генә ошондай датчиктар алыуға мөрәжәғәт иткән.