Башҡортостан халҡы коррупцияға бәйле енәйәттәр тураһында хәбәр итә ала. Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы бөгөн “ҡыҙыу линия” ойоштора. 279-49-00 телефонына шылтыратырға була. Һорауҙарға коррупция һәм башҡа енәйәттәрҙе профилактикалау бүлеге, иҡтисад хәүефһеҙлеге һәм коррупцияға ҡаршы тороу идаралығы белгестәре яуап бирә.