газета "Салауат"
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Февраль 2019, 11:03

Киҙеү килә күрмәһен

Башҡортостанда дауаханалар һалҡын тейҙереүселәрҙе ҡабул итергә әҙер.

Башҡортостанда дауаханалар һалҡын тейҙереүселәрҙе ҡабул итергә әҙер. Ошо турала һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин Хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Бөгөнгә 26 мең кешегә киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы диагнозы ҡуйылған. Республикала эпидемия күҙәтелмәй, әммә сирлеләр һаны арта бара. Өфөлә һалҡын тейҙереүселәр айырыуса күбәйгән. Башҡортостан буйынса Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәте етәксеһе Евгений Степанов әйтеүенсә, 231 осраҡта грипп вирусы асыҡланған, сирлеләрҙең барыһы ла прививка эшләтмәгән булған. Мәктәптәр һәм балалар баҡсаларында карантин әле индерелмәй. Башҡортостанда 1 миллион 831 меңдән ашыу кешегә грипҡа ҡаршы прививка яһалған. Дөйөм халыҡтың 45 проценты иммунизация үткән.
Читайте нас: