1 сентябрҙән Башҡортостанда «Ҡанатлан!» яңы мәғариф проекты эшләй башлай. Был юғары класс уҡыусыларын өлкәндәр тормошона әҙерләү өсөн кәрәк. Унда бына ниндәй модулдәр бар:
* «Рулгә ултыр». Танытманы мәктәптә үк алырға мөмкин.
* «Дөрөҫ туҡлан». Уҡыусыларҙы сәләмәт туҡланыу мәҙәниәтенә өйрәтеү өсөн уларға диетик аҙыҡтар менән махсус меню төҙөлдө.
* «Иркен һөйләш». Уҡыусыларҙы инглизсә һөйләшергә өйрәтәләр. Грамматикаға һәм орфографияға ғына түгел, ә тап ошо телдә аралашырға.
* «Спорт менән дуҫ бул». Уҡыусыларҙы төрлө спорт төрҙәре менән шөғөлләнеүгә йәлеп итергә уйлайҙар.
* «Сәләмәт йылмайыу». Барлыҡ ҙур мәктәптәрҙә (800-ҙән ашыу уҡыусы) стоматология кабинеттарын асалар. Бәләкәйерәк мәктәп уҡыусылары стоматологка график буйынса йөрөргә тейеш.
* «Шахмат уйна». Балаларҙың аҡыл һәләтен һәм логик фекерләүен үҫтереү өсөн.
*«Бейе». Был модуль уҡыусыларға классик бейеүҙәрҙе үҙләштерергә ярҙам итәсәк. Бигерәк тә вальсты. Ниндәй сығарылыш кисәһе вальсһыҙ үтһен инде, шулаймы?:)
Бынан тыш, «Взлетай!» проекты ғаиләне, тыуған яҡты, милли традицияларҙы, мәҙәниәтте өйрәнеү дәрестәрен, милли спорт төрҙәренә, робот техникаһына һәм IT-технологияларға ылыҡтырыуҙы үҙ эсенә ала.
Пилот этабында республика Мәғариф министрлығы 10-11 мәктәпте һайлап алып, уларҙа күләмле проектты һынай башлай.