Башҡортостан мәктәптәре биш көнлөк уҡытыу системаһына 1 апрелдән күсә башлай. Ҡайһы бер белем усаҡтарында программаны үҙгәртеп өлгөрмәйҙәр, улар 1 сентябрҙән күсеү мөмкинлеген ҡараясаҡ. Был турала республика мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин белдерҙе. Биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күсеү тәҡдиме менән Республика етәксеһе Радий Хәбиров сығыш яһаны. Уның әйтеүенсә, белем биреү программаһы ауыр, был иһә балалар сәләмәтлегендә сағыла.