Оҙаҡламай,14 сәғәт 30 минутта, Республика Хөкүмәтендә оператив кәңәшмә башланасаҡ. Ултырышты интернетта ҡарарға була. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров министрҙар һәм ведомство етәкселәре, район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары менән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, юл-транспорт тармағындағы хәлдәр буйынса фекер алыша, шулай уҡ пассажирҙар ташыу сифатын күтәрәү темаһы өйрәнелә. Кәңәшмә барышында күп функциялы үҙәктәр эшмәкәрлеге ҡарала, грипп һәм киҫкен респираторлы вирусҡа бәйле мәғлүмәт тыңланыла.