Бер нисә йыл буйына мутлашыусы ресторандарға Динар Ғилметдинов исеменән шылтыратып, өҫтәл әҙерләүҙәрен талап иткән. Өҫтәүенә телефонына аҡса һалырға ҡушҡан. Баҡтиһәң, аферист яңғыҙы ғына түгел, улар өсәү икән - берәүһе Ростовтан, икенсеһе Сочиҙан, өсөнсөһөнөң ҡайҙан икәнлеге билдәһеҙ. Өсәүһен дә Өфөгә килтергәндәр, әле улар полицияла. Башҡортостандың дәүләт автоинспекторы ғариза яҙған. Мутлашыусылар тоҙағына эләгеп, "уның" телефонына аҡса һалғандарға ла шулай эшләргә кәңәш биргән.
- Мин бер ҡасан да бындай аҙымға бармайым. Кәрәк икән, ресторандар менән проблема юҡ: инәһең дә ашайһың, - тине Динар Ғилметдинов.