Башҡортостанда уҙған йылда 265 мең литр ялған алкоголь һатыуҙан алынған. Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, законһыҙ эшмәкәрлеккә бәйле йөҙҙән ашыу енәйәт асыҡланған. 5 йәшерен цех ябылған. Сифатһыҙ алкоголь менән ағыуланыусылар ҙа байтаҡ, үлеүселәр ҙә һәр районда тиерлек бар. Республика етәксеһе Радий Хәбиров рөхсәтһеҙ алкоголь һатыусыларға Башҡортостанда урын юҡ тип белдерҙе. Уларҙы үҙ халҡына үлем һатыусылар тип атаны.