Башҡортостанда балалар пособиеһы индексацияланды. Пособиелар күләме 4,3% артты. Хәҙер бына күпме түләйҙәр:
* бала йәш ярымға еткәнсе түләнгән айлыҡ пособие хәҙер тәүге сабый өсөн 3 769 һум (3 613 ине), икенсе һәм артабанғылары өсөн 7 538 һум (7 227 ине) тәшкил итә;
* бала тыуғас бер тапҡыр бирелә торған пособие 20 101 һум була (19 273 ине);
* йөклөлөктөң тәүге айҙарында уҡ медицина ойошмаларына иҫәпкә торған ҡатын-ҡыҙҙарға бер тапҡыр бирелә торған пособие 753,81 һумға тиклем артты;
* бала ҡарау буйынса айлыҡ пособиеның, 2019 йылдың 1 ғинуарынан тәғәйенләнгән пособиелар өсөн сикке сумма айына 26 152 һум тәшкил итә.