Республика етәксеһе Радий Хәбиров хеҙмәт мәсьәләләренә арналған форумда сығыш яһап, эшләп йөрөүселәҙең сәләмәтлегенә иғтибарҙы арттырыу кәрәклеге тураһында белдерҙе. "Диспансерлаштырыуҙы сифатлы итеп ойошторорға тейешбеҙ", - тине ул. "Барыһы өсөн дә лайыҡлы хеҙмәт" тигән форум әле дауам итә. Унда хеҙмәт тармағы киләсәге һәм лайыҡлы эш урындары булдырыу темалары күтәрелә.