3 июндән Башҡортостанда мотлаҡ радиоканалдарҙың аналог тапшырыуҙары туҡтатыла.Рәсәй телерадиотапшырыуҙар селтәре директоры Юрий Матвеев белдереүенсә, аналог телетапшырыуҙар трансляцияһы туҡтатылғандан һуң уларҙың йышлыҡтарында цифрлы телевидениены ҡабул итеүгә күсеү кәрәклеге тураһында хәбәр урынлаштырыла. Заставка аҙна дауамында бирелә. Башҡортостан Хөкүмәте цифрлы телевидение өсөн ҡорамал һатып алыуға дәүләт ярҙамына хоҡуҡлы граждандарҙың категорияларын раҫланы. Улар - пенсияһына федераль өҫтәмә алған пенсионерҙар һәм аҙ тәьмин ителгән балалы ғаиләләр.