Сауҙа нөктәләрендә тәҡдим ителгән продукцияның сифатын һәр кем тикшертә ала. Бөгөндән "Башҡортостан сифат биләмәһе" акцияһы старт ала. Сара ваҡытында магазиндың үҙендә контроль тикшереү үткәрергә мөмкин. Акция сауҙа объекттарында, йәмәғәт туҡланыу урындарында ойошторола. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Акция аҙағында әүҙем ҡулланыусылар "Башҡортостан продукты" кәрзине менән бүләкләнә.