Башҡортостанда "Кесе ватан мәҙәниәте" федераль проектына ярашлы 15 районда 15 мәҙәниәт йорто субсидия ала. Ошо маҡсатта 115 миллион һум йүнәлтелә. “Берҙәм Рәсәй” партияһы башланғысында ойошторолған “Кесе ватан мәҙәниәте” проекты быйыл да дауам итә. Финанслау уҙған йыл кимәлендә ҡалған.
Был турала Проекттың төбәк буйынса кординаторы, депутат Эльвира Айытҡолова белдерҙе.
- Партия проектына ярашлы ауыл мәҙәниәт йорттары ремонтлана. Шулай уҡ театрҙарҙың матди-техник хәлен нығытыу, техник һәм технологик йыһаз алыу, бәләкәй ҡалаларҙа йәш быуын өсөн эшләгән театрҙарҙың репертуарын яңыртыу ҡарала. Шулай уҡ райондарҙың автотранспорт, тамаша залы өсөн креслолар алыу мөмкинлеге бар.
Яңыртылған мәҙәниәт йорттарын асыу, премьера спектаклдәрен күрһәтеү быйыл август-сентябрь айҙарында планлаштырылған.