газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Ғинуар 2019, 13:14

Мәйетте... багажникта һаҡлаған

Белоретта бер ир танышының үле кәүҙәһен өс көн буйы автомобиленең багажнигында алып йөрөгән.

Белоретта бер ир танышының үле кәүҙәһен өс көн буйы автомобиленең багажнигында алып йөрөгән.Хәл былай була. Яңы йыл байрамынан өс көн алда бер ҡатын полицияға шылтыратып, 38 йәшлек улын табыуҙа ярҙамлашыуҙы һораған. Ир ноябрь уртаһында өйҙән сығып киткән дә әйләнеп ҡайтмаған. Туғандары тиҙ арала эҙләргә тотонмаған, сөнки уның оҙаҡҡа юғалып тороу ғәҙәте булған.

Ә ирҙе был юлы бәлә көткән. Ул өйө янында ике танышы менән эске ҡорған. Бер мәл Өфөнән килгәне менән ниҙер бүлешә алмай, ирешә башлағандар. Тегеһе ирҙең муйынына бысаҡ менән сәнскән. Мәйетте үлтереүсенең автомобиленең багажнигына һалғандар. Ул өс көн буйы ҡала буйлап шулай йөрөгән, ҡорбанын йәшерер урын эҙләгән. Унан урманға барып, ергә күмгән.

Енәйәтсене тотҡандар. Уға тиҙҙән хөкөм ҡарары сығарыласаҡ.
Читайте нас: