газета "Салауат"
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Ғинуар 2019, 11:49

Депутаттар әүҙем эшләргә тейеш

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Дәүләт Думаһы һәм Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары менән осрашты.

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Дәүләт Думаһы һәм Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары менән осрашты. Унда милли проекттар һәм маҡсатлы программалар буйынса төбәккә федераль аҡса йәлеп итеү буйынса тәүге һөҙөмтәләр менән таныштырҙылар. Радий Хәбиров әйтеүенсә, был йүнәлештә әле үк айырым уңыштарға өлгәшелгән.

- Һәр парламентарийҙың эше федераль үҙәктән аҡса йәлеп итеү күрһәткесе буйынса баһалана. Депутаттар әүҙем эшләргә тейеш, - тине Радий Хәбиров.
Хөкүмәттә үткән кәңәшмәлә республиканың милли проекттар һәм маҡсатлы программаларҙа ҡатнашыуы айырым иғтибарға алынды. Былтыр федераль үҙәктән Башҡортостан бюджетына яҡынса 66 миллиард һум йәлеп ителгән. Радий Хәбиров киләсәктә был сумманы 70-75 миллиардҡа еткереү бурысын ҡуйҙы.



Читайте нас: