газета "Салауат"
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ғинуар 2019, 14:54

Йыйырға ла йыйырға

Башҡортостанда шәхси йорт һатып алыу өсөн бер кешегә 14 йыл аҡса йыйырға кәрәк.

Башҡортостанда шәхси йорт һатып алыу өсөн бер кешегә 14 йыл аҡса йыйырға кәрәк. "Фатирҙар донъяһы" тигән федераль портал аналитиктары ил төбәктәрендә фатир-йорттарға хаҡтарҙы анализлаған, уртаса эш хаҡын иҫәпкә алған. Башҡортостанда уртаса эш хаҡын тулыһынса йыйып барғанда, 14 йылдан шәхси йорт алырға етәсәк, тип баһалағандар. Республикала ундай милектең хаҡы 5 миллион һум, уртаса эш хаҡы иһә 30 мең һумға тиң. Эксперттар шундай фекергә килгән дә бит, тик ябай халыҡтың эш хаҡы 30 мең түгеллеген иҫәпкә алманылармы икән ни, тигән уй тыуа.
Читайте нас