Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовтың 85 йәшлек юбилейын киң билдәләргә тәҡдим итте. Әйткәндәй, уның тыуған көнө киләһе аҙнала, 7 февралдә. Юбиляр хәстәрлек һәм иғтибар өсөн рәхмәт белдерҙе, ләкин баш тартты. Уның фекеренсә, әле байрам ойоштороу өсөн уңай ваҡыт түгел. Республикала тиҙ арала йыйылған проблемаларҙы хәл итергә кәрәк.