Республика ҡаҙнаһынан 58 спорт мәктәбенә субсидия бүленә. Сығымдар район һәм ҡалаларҙа 28 төр буйынса спортсыларға экипировка, инвентарь һәм ҡорамал алыу өсөн тотонола, - тип хәбәр итәләр Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан. Бүленгән аҡсаға спорт мәктәптәре республиканың йыйылма командалары ағзаларын әҙерләү һәм тәрбиәләү программаларын тормошҡа ашыра.