Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ғинуар 2019, 11:08

Йәмләнеп ҡалыр подъездар

Башҡортостанда быйыл 4 мең подъезд төҙөкләндерелә.

Башҡортостанда быйыл 4 мең подъезд төҙөкләндерелә. Был турала Хөкүмәттә уҙған кәңәшмәлә белдерелде. Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 20 февралгә тиклем йортта йәшәүселәр менән йыйылыш үткәреү мөһимлеген билдәләне, подъездарҙы төҙөкләндереү 1 ноябргә тамамланырға тейеш. 2024 йылға күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлау программаһына 6 миллиард һум аҡса бүлеү планлаштырыла. Республикала 50 мең подъезд иҫәпләнә. Уларҙың яртыһына ремонт талап ителә.
Читайте нас: