Учалы фажиғәһендә ауыр яраланған Зариф Хилажевтың хәле яҡшыра башлаған. Ул Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының реанимация бүлегенән айырым палатаға күсерелгән. Был хаҡта Зарифтың туғандары бәйләнештә селтәрендә хәбәр итте. Ошоға тиклем табиптар уның хәлен ауыр тип баһаланы. Ир Учалы үҙәк район дауаханаһына яурыны, ҡул суғы, үпкәһе, диафрагмаһы, ашҡаҙаны йәрәхәтле көйөнсә килеп эләккән. Хирургтар һәм травматологтар һигеҙ сәғәт дауамында операция яһаған.