Хәҙер халыҡ нимәне ремонтларға йәки төҙөкләндерергә кәрәклеген үҙҙәре хәл итә. 20 февралгә тиклем хакимиәт башлыҡтары йыйылыштар үткәреп, эштәрҙең төрөн билдәләргә тейеш. Мәҫәлән, резина япмалы балалар һәм спорт майҙансыҡтары, эскәмйәләр, урналар, контейнер майҙансыҡтарын кәртәләү, йәшелләндереү, яҡтыртыу, асфальт түшәү, парковкалар , тротуарҙар булдырыу, видеокүҙәтеү ҡуйыу.