Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы һәм “Рәсәй йәштәр ойошмаһ"ы закон проектын әҙерләне. Министрлыҡ интернет селтәрендә балаларҙың ғүмеренә һәм һаулығына хәүеф менән янаған мәғлүмәттәрҙе эҙләү өсөн 600 миллион һумдан ашыу аҡса бүлә. Был эш Йәштәр мөхитен өйрәнеү һәм уға мониторинг үткәреү үҙәгенә тапшырыла. Ойошмаға интернет аша балалар һәм үҫмерҙәр араһында таратылған хәүефле мәғлүмәттәрҙе, йәмғиәткә ҡаршы күренештәрҙе асыҡлау бурысы йөкмәтелә.