Башҡортостанда 2019 йыл календарының тәүге матур датаһында 193 никах теркәлгән. Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты 19 ғинуарға бәйле ошондай һан иғлан итте. 193 никахтың 81-е Өфөлә булған. Ғаилә ҡороу өсөн киләһе уңайлы көн 14 февраль - Ғашиҡтар көнөнә тура килә, тип белдерә ЗАГС хеҙмәткәрҙәре.