Яман шеште иртә асыҡлаған табиптарға премия тапшырыла. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров республика йортонда үткән “Сәләмәтлек сәғәте”ндә медицина белгестәрен дәртләндереү ысулын булдырырға ҡушты. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы премияларҙың күләмен иҫәпләй. Радий Хәбиров белдереүенсә, был алым онкологиянан вафат булыусыларҙың һанын кәметергә мөмкинлек бирә, шулай уҡ табиптарҙың матди килемен арттырасаҡ.