Башҡортостанда янғында бер йәшлек бала һәләк булды.Фажиғә кис көнө Учалы районында теркәлә. Ҡатындың ике балаһы - дүрт йәшлек улы һәм бер йәшлек ҡыҙы булған. Өйҙәш ире менән йәшәгән. Өй иренең әсәһенеке булған. Фажиғә ваҡытында өлкәндәр малай менән бергә күршеләрендә булған, ә ҡыҙыҡай өйҙә йоҡлап ятҡан. Балаларҙың әсәһе әйтеүенсә, ул ире һәм улы менән күршеләренә бәлеш бешерергә ингән, сөнки үҙҙәренең өйөндә мейес булмаған. Янғын төҙөк булмаған сым арҡаһында сыҡҡан тигән фараз бар.
«Былтыр декабрҙә ғаиләгә ошо етешһеҙлекте бөтөрөргә ҡушҡайнылар, ләкин уларҙың быға аҡсаһы булманы, сөнки икеһе лә эшләмәй. Мөмкинлек сығыу менән йүнәтербеҙ, тинеләр», - тип асыҡлыҡ индерәләр ауыл Советы хакимиәтендә. Фажиғәнән һуң ҡатын дауаханаға оҙатылған. Улытуғандарында. Февралдә ҡыҙыҡайға ике йәш тулыр ине.