Бында һауа торошо, уҡыусыларҙың вируслы инфекция сирҙәре һәм грипп менән ауырыу кимәле иҫәпкә алына. Белем усағына балаларын ебәреү-ебәрмәү тураһындағы һуңғы ҡарарҙы ата-әсәләр ҡабул итә. Һауа температураһының ниндәй булыуына һәм нисә уҡыусы килеүенә ҡарамаҫтан, мәктәптәр уҡыу процесын ойошторорға бурыслы.