Дәүләт автоинспекцияһы “Йәйәүле” операцияһын уҙғара. Профилактик сара ғинуар аҙағынаса дауам итә. Инспекторҙар светофорҙың ҡыҙыл утына юл аша сығыусы йәйәүлеләр һәм автомобиль водителдәренә айырым иғтибар йүнәлтә. Юл полицияһы йәйеүлеләргә эңер төшкәс, яҡтылыҡ сағылдырыусы кейемдә булырға кәңәш итә.