Был сумманан 222 миллиард ярым һум федераль ҡаҙнаға, 163 миллиард һум республика бюджетына күсерелә. Былтырғыға ҡарағанда һалым 26 процентҡа күберәк тупланған. Иң күп табыш файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуҙан, ойошмалар килеменән, акциздарҙан һәм физик шәхестәрҙең эшмәкәрлегенән алынған.