1 марттан илдә пассажирҙар транспортын лицензиялау тураһындағы ҡанунға үҙгәрештәр көсөнә инә. Хоҡуҡ һаҡлау, ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәттәренең махсус транспорттары һәм ашығыс ярҙам машиналарынан тыш, һигеҙҙән ашыу пассажир ташыу төрө лицензияланасаҡ. Уға мәктәп автобустары ла ҡарай. Шулай уҡ бөтә автобустар, 3,5 тоннанан ашыу йөк ташыусы машиналарҙы водителдең эш сәғәтен һанап барыусы приборҙар менән йыһазландырыу мотлаҡ була.