Башҡортостан етәксеһевазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Ведомости” гәзитенә ҙур интервью бирҙе. Төрлө һорауҙар араһынан, “Инцидент” системаһына айырым иғтибар бүленде. Радий Хәбиров белдереүенсә, был система халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе туплауҙан тыш, урындарҙа эшләгән чиновниктарҙы тәртипкә лә өйрәтә. Республика етәксеһе әйтеүенсә, тәүҙә инцидентҡа күптәр шикләнеп ҡараған. Әммә тиҙҙән яһалма интеллекттың проблеманы тотоп алыуы һәм уны тиҙ арала хәл итергә мөмкин булыуы асыҡланған.