Башҡортостан граждандарының күпләп ниндәй илдәргә китеүе асыҡланды. Уҙған йылда республиканан 127 мең тирәһе кеше ситкә киткән. Уларҙың 8 меңдән ашыуы сит илдәргә юлланған. Төп өлөшө элекке күрше дәүләттәргә күсеп киткән. Алыҫ сит илдәрҙе һайлаусылар күп түгел. Мәҫәлән, Америка ҡушма штаттарына Башҡортостандан - 16, Израилгә 10 кеше барған.