Башҡортостанда беренсе балаһы тыуған ғаиләләр федераль бюджеттан 2 миллиард 600 миллион һум ала. Ошо турала Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итәләр. Беренсе бала өсөн ай һайын 9 мең 182 һум пособие түләнә. Уны мохтаж ғаиләләр юллай ала. Бынан тыш, республикала өсөнсө һәм артабанғы балалар өсөн ай һайын яҡынса 9 мең һум бирелә. Былтыр республикала 5 меңдән ашыу ғаилә беренсе бала өсөн пособие юллаған.