газета "Салауат"
-20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ғинуар 2019, 18:07

Ҡатнаш та, грант ал

Дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттарға Башҡортостан башлығы гранттарына заявкалар ҡабул итеү дауам итә.

Дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттарға Башҡортостан башлығы гранттарына заявкалар ҡабул итеү дауам итә. Документтарҙы 31 ғинуарға тиклем тапшырырға кәрәк. Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, дөйөм финанс ярҙам 74 миллион һум. Гранттарға мәҙәниәт, мәғариф, фән, киң мәғлүмәт саралары, йәштәр сәйәсәте һәм спорт өлкәләрендә телде һаҡлау һәм үҫтереү буйынса эшмәкәрлек алып барған коммерцияға ҡарамаған ойошмалар дәғүә итә ала. Проекттар быйыл тормошҡа ашырылырға тейеш. Заявкалар Мәҙәниәт министрлығының этномәҙәниәт үҫеше һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек бүлегендә ҡабул ителә.



Читайте нас: