газета "Салауат"
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ғинуар 2019, 17:30

Яҡташыбыҙ бәләгә тарыған

Ҡораллы Көстәрҙә хеҙмәт иткән яҡташыбыҙ, 23 йәшлек рядовой Венер Әсләмов имгәнгән.

Ҡораллы Көстәрҙә хеҙмәт иткән яҡташыбыҙ, 23 йәшлек рядовой Венер Әсләмов имгәнгән. 18 ғинуарҙа Абхазияла хәрби частарҙың береһендә ҙур фажиғә була. Хәрби күнекмә барышында тауға күтәрелеп барған БТР тайып китә һәм йылғаға ҡолай. Унда биш һалдат ултырған. Улар араһында Асҡын егете Венер Әсләмов та була. Әле яҡташыбыҙ Санкт-Петербург госпиталендә. Рәсәй армияһындағы фажиғәлә өс һалдат һәләк булған. Көньяҡ хәрби округы комиссияһы БТР аварияһының сәбәптәрен асыҡлай. Белгестәр техника төҙөк булмаған тип иҫәпләй, шулай уҡ кеше факторын да күҙ уңынан сығармай.
Читайте нас: