Рәсәйҙә машина һатып алғанда карта менән генә иҫәпләшергә тәҡдим итәләр. Ҡулаҡсаны сикләүҙәре мөмкин. "Рәсәй автомобиль һатыусылар" берлеге ошондай башланғыс менән сыҡҡан. Үҙәк банк рәйесе Эльвира Нәбиуллинаға мөрәжәғәт ебәрелгән. Әле ойошмалар араһында алыш-бирештә ҡулаҡса менән иң күбе 100 мең һум бирергә мөмкин. Ябай кешеләр араһында ла иҫәпләшеүҙе шундай системаға күсереү мөмкинлеге ҡарала. Быны алыш-бирештең ғәҙеллеген һәм асыҡлығын тәьмин итеү теләге менән аңлаталар.