Башҡортостанда банкортлыҡ иғлан итеүселәр күбәйә. Уҙған йылда беҙҙең республикала 2021 кеше финанс йөкләмәләрен үтәй алмайынса банкротлыҡ тураһында закон менән файҙаланырға мәжбүр булған. Был һан Мәскәү һәм Санкт-Петербургта булған һандан ғына түбәнерәк, ил буйынса - өсөнсө күрһәткес. Бурысы 500 мең һумдан ҙур булып, уның буйынса аҡсаны өс ай буйы бөтөнләй түләй алмаған граждан банкротлыҡ иғлан итә ала. Кредит биреүсегә аҡсаны ҡайтарыуҙың башҡа ысулдары табыла.