газета "Салауат"
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ғинуар 2019, 17:42

Башты әйләндергән сүп-сар

Башҡортостанда айырым категория граждандар ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыуға компенсация ала.

Башҡортостанда айырым категория граждандар ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыуға компенсация ала. Халыҡҡа торлаҡҡа түләү һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн субсидия бирелә. Хәҙер ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу ҙа өҫтәлә.
"Мохтаждарға компенсация йәки субсидия юллау өсөн бер ҡайҙа ла мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй, ул автоматик рәүештә ҡулланыла", - ти республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы белгестәре.
Башҡортостанда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу буйынса тариф ҡала халҡына - 70, ауылда йәшәүселәргә 35 һумдан билдәләнде. Яңы бүлекле квитанциялар ошо көндәрҙә килә башланы ла инде. Сүп-сар ташыу менән махсус операторҙар шөғөлләнә. Һәр яуаплы ведомствоның "ҡыҙыу бәйләнеш" телефоны бар. Диспетчерҙар эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске бишкә тиклем эшләй.




Читайте нас: