Пенсия йәшенә етеп килеүселәрҙе яңы һөнәрҙәргә уҡытыу өсөн 2021 йылға тиклем йыл һайын 5 миллиард һум аҡса бүленәсәк. Ҡарар пенсияға сығыу ваҡыты оҙайтылыуға бәйле, эшһеҙҙәр артыуға юл ҡуймау маҡсатында ҡабул ителгән. Яңы һөнәрҙәргә уҡытыу төбәктәр талаптарына ярашлы ойошторола. Белгестәр фекеренсә, программа ярҙамында йыл һайын 1,5 миллион кешене уҡытыу мөмкинлеге тыуа.