Думала спиртлы эсемлектәр һәм тәмәкене махсус магазиндарҙа ғына һатырға тәҡдим итәләр. Депутаттар ошондай башланғыс менән сыҡҡан. Документ авторҙары әйтеүенсә, махсус магазинда алкоголь һәм тәмәкенән башҡа бер нимә лә һатылмаҫҡа тейеш. Шуға унда бәлиғ булмағандарға инеү тыйыласаҡ. Ошондай закон йәштәр араһында сәләмәт тормош алып барыуға этәргес була, тип белдерәләр депутаттар.