Быйыл республика юлдарында 262 фото һәм видеокүҙәтеү камераһы урынлаштырыла. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге системаһын яңыртыу, техник хеҙмәтләндереү буйынса проект "Инвестиция сәғәте" рәүешендә уҙғарылған кәңәшмәлә ҡабул ителде. Уны республика етәксеһе Радий Хәбиров алып барҙы. Проект инвесторҙар ҡатнашлығында ғәмәлгә ашырыла.