Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ғинуар 2019, 16:51

Дауалауға ҡарағанда, иҫкәртеү яҡшыраҡ

Башҡортостан табиптары яман шеште иртәрәк асыҡлауға иғтибарҙы арттыра.

Башҡортостан табиптары яман шеште иртәрәк асыҡлауға иғтибарҙы арттыра. Был тема Өфөлә "Сәләмәтлек сәғәте" рәүешендә үткән кәңәшмәлә ҡаралды. Республика етәксеһе Радий Хәбиров медицина белгестәренең квалификацияһын күтәрергә тейешбеҙ, тине. Пациенттарҙа яман шеш ихтималлығын алдан асыҡлай алған кадрҙар кәрәк булыуын әйтте. Онкологтар етешмәүен билдәләне. "Сәләмәтлек сәғәте" рәүешендә кәңәшмә аҙна һайын уҙғарыла, унда һаулыҡ һаҡлау системаһындағы көнүҙәк мәсьәләләр ҡарала.
Читайте нас: