Быйыл августа Өфөлә Рәсәй пенсионерҙары Спартакиадаһы үтә. Баш ҡалаға илдең 70-тән ашыу төбәгенән 600 самаһы ҡатнашыусы киләсәк. Яҡын сит илдәрҙән дә спортсылар саҡырылған. Өҫтәл теннисы, йөҙөү, еңел атлектика, ҡатнаш эстафета, шахмат буйынса ярыштар үтә. Хаҡлы ялдағылар шулай уҡ ГТО нормативтарын тапшыра. Быға тиклем Рәсәй пенсионерҙары Спартакиадаһы Чебоксарҙа, Һарытауҙа, Тулала һәм Пензала үтте.