газета "Салауат"
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ғинуар 2019, 11:13

Сирләй башлағандар, тимәк

Башҡортостанда грипп менән ауырыу осраҡтары теркәлгән.

Башҡортостанда грипп менән ауырыу осраҡтары теркәлгән.Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенең республика идаралығынан ошо турала хәбәр итәләр. Бөгөнгә һалҡын тейҙереүселәр һаны артыуы күҙәтелә. 13 меңгә яҡын кешегә ОРВИ диагонозы ҡуйылған. Шулай ҙа элекке йылдарҙағы күрһәткестәргә ҡарағанда, ауырыусылар һаны күп түгел. Ошондай хәл ваҡытында үткәрелгән вакцинация менән аңлатыла. Ведомствонан белдереүҙәренсә, грипп эпидемияһы февралдә көтөлә. Табиптар сир килгәнен көтмәй, әле үк профилактика үткәрергә кәрәк, ти.
Читайте нас