Мәләүез районында йәшәгән ир араҡы эсеп, руль артына ултырғаны өсөн ҡулға алынған.Республиканың Федераль суд приставтары хеҙмәте идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 32 йәшлек автоһәүәҫкәр бер нисә мәртәбә иҫерек килеш автомобиль менән идара иткән. Бының өсөн уға ҙур күләмдә штраф һалынған. Әммә ул бурысын түләмәгән. Иргә ҡарата протокол төҙөлә. Бурыслы ун ике тәүлеккә ҡулға алынған. Шул уҡ ваҡытта, штрафтан да азат ителмәй.