Башҡортостанда Ҡырым республикаһы көндәре башланды. Уның программаһында төбәк башлыҡтарының рәсми осрашыуы, эшлекле даирәләр араһында һөйләшеүҙәр, Башҡортостан менән Ҡырым араһында социаль-иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыуға йүнәлтелгән килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу ҡаралған. Бөгөн Өфөлә ике төбәктең эшҡыуарҙары ҡатнашлығында “Өлөшләтә төҙөлөштә яңы ҡағиҙәләр” темаһына ултырыш уҙҙы. Республика төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Артем Ковшов:"Бөгөнгө сараның маҡсаты - тәжрибә уртаҡлашыу, торлаҡ төҙөлөшө тармағында хеҙмәттәшлекте нығытыу"