Башҡортостанда "Эшҡыуар йорто" булдырыла. Сауҙа-сәнәғәт палатаһынан хәбәр итеүҙәренсә, республика етәксеһе Радий Хәбиров ошо турала ҡарар ҡабул иткән. Был проект Республика башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин уҙғарған Инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ шарттарын яҡшырыу буйынса проектлау офисы ултырышында ла ҡаралды. "Эшҡыуар йорто" бизнес вәкилдәренә һәр яҡлап ярҙам маҡсатында булдырыла. Мәҫәлән, "Минең бизнес" тигән үҙәк аша документтар тапшырырға мөмкин, административ кәртәләр бөтөрөлә.