Дәүләт автоинспекцияһы “Йәйәүле” операцияһын башланы. Ул ғинуар дауамында барасаҡ. Инспекторҙар светофорҙың ҡыҙыл сигналына юл аша сығыусы йәйәүлеләргә һәм автомобиль водителдәренә айырым иғтибар йүнәлтә. Юл полицияһы йәйәүлеләргә эңер төшкәс яҡтылыҡ сағылдырыусы кейемдә булырға кәңәш итә.