Башҡортостанда балалар баҡсаһында ярыҡ барлыҡҡа килгән: балалар эвакуацияланған. Ғәҙәттән тыш хәл Нефтекамала булған. Балалар баҡсаһында стена сатнаған. «Кескәйҙәр эвакуацияланған һәм өйҙәренә ҡайтарылған», - тип яҙалар социаль селтәрҙәрҙә. Шуны ла әйтергә кәрәк: баҡса өр-яңы, 2014 йылда ғына асылған. Яңы бина тиҙ сафтан сыҡҡан булып сыға түгелме?